300 грамм тауыҡ бауыры, 100 грамм сыр, өс йомортҡа, маринадланған ике ҡыяр, бер кишер, биш-алты аш ҡалағы майонез, тоҙ кәрәк.
Тәүҙә бауырҙы тоҙло һыуҙа 30 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Кишерҙе, йомортҡаларҙы бешереп, йыуып таҙартабыҙ. Бауырҙы, кишерҙе, ҡыярҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ.
Һауытҡа ҡатлап һала башлайбыҙ. Беренсе ҡатына - бауыр, өҫтөнә майонез һылайбыҙ. Икенсе ҡатына кишер менән майонез, өсөнсөһенә ҡырылған ҡыяр, дүртенсеһенә ҡырылған сыр һәм өҫтөн майонез менән һылайбыҙ, бишенсеһенә ҡырылған йомортҡа. Аҙаҡтан салаттың өҫтөн ҡыяр, йәшел борсаҡтар менән биҙәп өҫтәлгә ҡуйырға була.