"Хюгге" тигән ят һүҙ беҙҙең тормошобоҙға сағыштырмаса күптән түгел килеп инде. Әйтелеше ят булһа ла, уның асылы бик матур һәм мәғәнәле.
Хюгге - Скандинавия илдәрендә барлыҡҡа килгән күренеш, йәм һәм уңайлылыҡ булдырыу, ҡәнәғәтлек алыу, тормоштоң ябай ғына шатлыҡтарын тойоу, шул мәл менән бәхетле булыу тигәнде аңлата. Һуңғы осорҙа хюгге беҙҙең илдә лә билдәле була бара.
“Хюгге” (“hygge”) һүҙе яҙма дат телендә XIX быуат башында барлыҡҡа килә, тура мәғәнәлә ул “именлек” тип тәржемә ителә. Күренеш булараҡ уның хаҡында Даниялағы Бәхетте тикшереү институтына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе Майк Викинг үҙенең “Хюгге. Даттарҙың бәхет серҙәре” китабында яҙып сыға.
Дат телендә “хюгге” һүҙе бер үк мәлдә исем, ҡылым, сифат булараҡ ҡулланыла. Мәҫәлән, скандинавтар “йома кисе – ғаилә хюггеһы өсөн шәп ваҡыт”, йә уңайлы, йылы ойоҡтарҙы “хюгге ойоҡтар” тип әйтеүе ихтимал. Майк Викинг билдәләүенсә, “хюггены яҙып аңлатып булмай, уны тойорға кәрәк”. Иң мөһиме – уны үҙ тормошоғоҙға индерегеҙ!
* Үҙең булған урында – өйҙә, эштә йәм булдырыу.
* Дуҫтарыңды, яҡындарыңды ҡунаҡҡа саҡырыу.
* Тәмле ризыҡтар ашау, бешеренеү.
* Әүҙем тормош алып барыу.
* Бәләкәй генә шатлыҡтарҙан йәм табыу.
* Күңелеңә ятҡан шөғөл, ижади эш менән булышыу.
* Һәр нимәлә, хатта ҡәнәғәт булыуҙа ла сама белеү.
Әлеге мәлдәге оҙайлы ялды ла тап ошондай ябай ғына, әммә күңелгә йәм бирер, эске донъябыҙҙы балҡытып ебәрер ғәмәлдәр менән байытырға мөмкин. Иң мөһиме - бәләкәй генә шатлыҡтарға ҡыуанып, һалҡын ҡыштың матурлығын, хатта ыжғыр бурандың да ҡабатланмаҫ моңон тойоп йәшәгеҙ!