Матур үтһен ялығыҙ
7 Ғинуар 2020, 14:30

Аҫҡарҙар өйҙә ултырманы

Йыйылған балалар ике командаға бүленеп, саңғыла уҙышты, санаға иптәшен ултыртып һөйрәп ярышты, арҡан тартышты, туп менән етеҙлектә көс һынашты.

Бөрйән районының Аҫҡар ауылында йәшәгән олоһоноң да, кесеһенең дә ҡышҡы ялдарының һәр көнө күңелле һәм йөкмәткеле үтә. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡының буш ваҡытын ойоштороуға, балаларҙың ялын файҙалы итеп үткәреүгә ҙур тырышлыҡ һала.
3 ғинуарҙағы “Дәртле беҙҙең күңелдәр” ял кисәһе гүзәл зат өсөн тәғәйенләнгәйне. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары йыйылып, күңелле уйындар уйнаны, бейешеп-йырлашты, аҙаҡ бергәләшеп тәмле сәй эсте. Бөткөһөҙ донъя мәшәҡәттәренән бер аҙға арынып, күңелдәренә ял, дәрт алып таралышты улар был көндө.
4 ғинуар көндө ауыл китапханаһында иң кескәйҙәр өсөн “Айболит беҙҙә ҡунаҡта” тигән бик фәһемле сара үткәрелде. Балалар Айболит менән бергә “ауырыған”, йәғни йыртылған китаптарҙы “шәбәйтте”, китап менән дуҫ булырға, уның ҡәҙерен белергә өйрәнде.
Ошо уҡ көндө “Быймаһы ла быймаһы” тигән спорт-күңел асыу байрамы күптәрҙең күңеленә хуш килгәндер, моғайын. Ул көндә һәр кем төрлөсә биҙәлгән быймала килеп, спорт ярыштарында ҡатнашты, быймаға арналған таҡмаҡтар йырланы, биҙәк һалынған быймаларын яҡлап сығыш яһаны.
5 ғинуарҙа “Мөғжизә көткәндә” исемле кисә өлкән йәштәгеләргә арналды. Бында ла халыҡ дәррәү килеп ял итеп, аралашып, күңел асып ҡайтты.
6 ғинуарҙа уҡыусы балалар, йәштәр өсөн “Саф һауа – йәнгә дауа” тип аталған күңелле спорт ярыштары үткәрелде, уны ҡышҡы һабантуй тип атарға ла була: йыйылған балалар ике командаға бүленеп, саңғыла уҙышты, санаға иптәшен ултыртып һөйрәп ярышты, арҡан тартышты, туп менән етеҙлектә көс һынашты. Уйындарҙан һуң биҙәлгән шыршы тирәләй күмәкләп йырлап, бейеү ҙә ойошторолдо.
Афарин, аҫҡарҙар! Артабан да шулай дәртле, сәмле,берҙәм булығыҙ!
Фото ауыл клубы китапханаһы архивынан.
Читайте нас