Ейәнсура районының Ибрай ауылы мәҙәниәт йортонда тап шундай исемдәге күңелле сара үткән. Байрамға күптәр йылы һәм йомшаҡ, биҙәлгән быймаларҙа килгән.
"Аҡ быймалар" менән "Ҡара быймалар" командалары араһындағы көсөргәнешле ярышта һуңғылары ҽңҽүсҽ тип танылған. Конкурстар буйынса "Иң бәләкәй быйма" номинацияһында - Нәзиф Дауытов, "Иң ҙур быйма"ла Тәнзилә Уликанова билдәләнһә, "Иң матур биҙәлгән быйма" Миңлебикә Мырҙабаева менән Алсиә Йәғәфәроваға еңеү килтергән. Ә балалар араһында "Иң матур быйма" конкурсында Нәзиф Дауытов 1-се урынға лайыҡ булған.
Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бағыусы Шәһит Ҡолмөхәмәтовтың бүләктәре тапшырылған, сараны Зөфәр Иҙрисов үткәргән. Ауыл халҡына айырыуса быйма менән төрлө ҡыҙыҡлы уйындар оҡшаған. Йылы һәм йомшаҡ быйма ла матур һәм ҡыҙыҡлы сараның төп сәбәпсеһе була ала икән.
Фото: "Ейәнсура таңдары" гәзитенән.