Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
7 Ғинуар 2020, 12:30

Район хакимиәте башлығы клубта бейегән...

3 ғинуар - Яңы йыл байрамы ваҡыты булһа ла, эскән кешеләр күренмәне.

Ысынлап та, был көндө Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының халыҡ менән бергә клубта бейеп йөрөүенә күптәр ғәжәпләнгәндер, моғайын.

Был хаҡта Юлай Ильясов «Инстаграм»дағы сәхифәһендә: «80-се йылдар ауыл уйындарында ҡатнашырға ярата торғайным. Йәштәр рәхәтләнеп гармунға бейей ине. Үкенескә ҡаршы, хәҙер бындай уйындарҙы корпоративтарҙан башҡа ерҙә күрермен тимә. Шулай ҙа кисә бөтәһен дә иҫкә төшөрҙөм. Кривле-Илюшкин һәм Павловка ауылдарындағы этнодискотекала! Бөтәһе лә беҙҙең бала саҡтағы кеүек. Илле йәштәрҙәгеләр, инергә ҡыйынһынып, күтәрмәлә тапана, ҡыҙҙар үҙҙәре генә түңәрәктә бейей. Динамиктан “АББА”, Аллегрованың тауыштары яңғырай. Бына бер мәл гармунсы килеп инмәһенме! Әйҙә инде... Һуңынан төрлө уйындар башланды. Бөтәһе лә бейене. Өсөнсө ғинуар булһа ла, эскәндәр күренмәне. Бер ыңғай ауыл клубының проблемалары хаҡында ла һөйләштек. Ҡыйыҡтан һыу аға, тәҙрә рамдары иҫке – ел үтә өрөп тора, аппаратура көскә тын ала”, - тип яҙа.

Фото: Юлай Ильясовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Читайте нас