Матур үтһен ялығыҙ
12 Января 2020, 16:20

"Йәрминкә" йәм өҫтәр

Үҙе тәмле, үҙе туҡлыҡлы, үҙе матур... Был салат табынығыҙҙы йәмләп, ял кәйефен тағы ла яҡшыртып ебәрер. Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Үҙе тәмле, үҙе туҡлыҡлы, үҙе матур... Был салат табынығыҙҙы йәмләп, ял кәйефен тағы ла яҡшыртып ебәрер. Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!
"Йәрминкә"не әҙерләү өсөн ике картуф, бер бешкән сөгөлдөр, бер кишер, бер банка диңгеҙ кәбеҫтәһе, 50 грамм ҡаты сыр, майонез кәрәк.
Тәүҙә йәшелсәләрҙе бешереп, таҙартып ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Ҡатлап һала башлайбыҙ. Беренсеһенә - картуф, өҫтөнә майонез һылайбыҙ, икенсеһенә - диңгеҙ кәбеҫтәһе, өсөнсөһөнә - кишер һәм майонез, дүртенсеһенә - ҡырғыстан үткәрелгән сыр һәм майонез. Иң өҫтөнә сөгөлдөрҙө ҡырғыс аша үткәреп һалабыҙ.
Салат әҙер. Ашығы тәмле булһын!
Фото: Cookpad.com
Читайте нас