Был эште башҡарыу өсөн беҙгә ике-өс балыҡ (туңдырылып иретелгәне лә ярай), ике баш һуған, ярты лимон, алты сәй ҡалағы шәкәр, дүрт сәй ҡалағы тоҙ, бер кишер, 10-12 лавр япрағы, һигеҙ-ун борсаҡ ҡара борос кәрәк.
Тәүҙә 0,5 йәки 0,7 литрлы ике банка әҙерләйбеҙ. Лимонды нәҙек итеп түңәрәкләп киҫәбеҙ. Кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һуғанды ярым түңәрәк итеп ҡырҡабыҙ. Артабан банкаға ҡатлап һала башлайбыҙ. Иң тәүҙә һуған, лавр япрағы, бер семтем кишер, ярты сәй ҡалағы шәкәр, тоҙ, борос һалабыҙ, өҫтөнә бер ҡатлам балыҡ теҙәбеҙ. Артабан тағы - тәмләткестәр, унан инде - балыҡ. Банка тулғансы шулай эшләп, ҡапҡас ябып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ике-өс көндән һуң балыҡ әҙер. Бик тәмле ризыҡ килеп сыға. Өҫтәлгә ҡуйғанда әҙерәк үҫемлек майы ла өҫтәп ебәрергә мөмкин.