Тышта буран туҙһа туҙһын, өйҙә буран булмаһын. Ҡышҡы һыуыҡ көндә йорттағы "ҡояшыбыҙ" сағыуыраҡ балҡыһын: бер-беребеҙҙе йылы һүҙҙән, иғтибарҙан айырмайыҡ, дуҫтар. Мул табын, күңел көрлөгө теләйбеҙ!
Был "сәтләүек"тәрҙе яратмаған кеше юҡтыр. Уны өйҙә лә еңел генә бешереп ашарға мөмкин.
Ҡамыр өсөн 250 грамм маргарин, бер стакан шәкәр, ике йомортҡа, ике стакан ярым он, бер сәй ҡалағы сода, бер аш ҡалағы һеркә, бер семтем тоҙ алабыҙ. Эслеккә иһә ике банка бешерелгән ҡуйы һөт, 200 грамм аҡ май, грек сәтләүеге, муҡса кәрәк буласаҡ.
"Сәтләүек"тәрҙе бешереү өсөн махсус таба кәрәк. Тәүҙә ҡамырға тотонабыҙ. Һауытҡа он, шәкәр, тоҙ, йомортҡа, шаҡмаҡлап киҫелгән маргарин һалып, барыһын бергә туғыйбыҙ. Соданы һеркә менән һүндереп ҡушып ебәрәбеҙ. Әҙер ҡамырҙы сәғәт ярымға һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Артабан эслеккә тотонабыҙ. Грек сәтләүеген ваҡларға кәрәк, мәҫәлән, уҡлау менән. Бешерелгән ҡуйы һөткә аҡ майҙы, грек сәтләүеген ҡушып, һәйбәтләп болғатабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Сәтләүектәрҙе бешерә башлайбыҙ. Махсус табаны утта йылытып, әҙер ҡамырҙы һалып сығабыҙ. Табаны ябып, алмашлап ике яғын да әйләндереп, 1,5-2 минут тирәһе тотабыҙ. Уттан табаны алып, яртышар итеп бешерелгән сәтләүектәрҙе бушатып, тағы ла табаға ҡамыр тултырып, әҙерләргә ҡуябыҙ. Был эште тамамлағас, печеньеларҙың һыуынғанын көтәбеҙ. Ситтәрендәге артыҡ ҡамырҙарҙы һындырып, ярты сәтләүекте эслек менән тултырып, икенсе яртыһы менән ябып ҡуябыҙ. Әҙерҙәрен тәрилкәгә һалып, шәкәр пудраһы һибәбеҙ.