Матур үтһен ялығыҙ
30 Января 2020, 06:00

Хужабикәнең фантазияһына бәйле

Байрам өҫтәленә ҡуйылған салфеткаларҙың ниндәй булыуы яҡшыраҡ?

Ниндәй генә табын булмаһын (иртәнге, көндөҙгө, киске, байрамға әҙерләнгән), ашау-эсеү кәрәк-ярағы иҫәбенә салфетка ла инә.
Ул ауыҙҙы, ҡулдарҙы һөртөү өсөн файҙаланыла, өҫ кейемен бысраныуҙан һаҡлай. Уның менән аш приборҙарын, тәрилкәләрҙе, бокалдарҙы һөртөү килешмәй.
Салфетка ҡағыҙҙан йәки туҡыманан эшләнә. Ул ашъяулыҡҡа оҡшаш булырға тейеш. Байрам өҫтәленә ҡыштырлап торған салфеткалар ҡуйһаң һәйбәтерәк. Улар табынға йәм өҫтәй, ысын байрам төҫө бирә, ти белгестәр.
Салфетка тәрилкәнең һул яғында йәки өҫтөндә ятырға тейеш. Йыш ҡына уны тәрилкәгә бейек форма биреп һалалар – былай матур, ләкин бер аҙ уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Ундай осраҡта салфетканы алып тубыҡҡа йәйергә мөмкин. Уртаға бөкләнгән йәки бөтөнләй бөкләнмәгәнде, ғәҙәттә, йәйеп һалалар.
Салфеткалар шаҡмаҡ формаһында һәм төрлө ҙурлыҡта була. 32х32 һәм унан бәләкәйерәктәр – иртәнге аш өсөн, уларҙан ябай фигуралар яһап, бөкләп һалырға мөмкин. 40х40 – 60х60 см салфеткалар – көндөҙгө, киске, байрам аштары өсөн, уларҙан да төрлө фигуралар яһайҙар. Форма биреү өсөн крахмалларға кәрәк.
Әлбиттә, барыһы ла хужабикәнең фантазияһынан тора.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас