Матур үтһен ялығыҙ
30 Ғинуар 2020, 15:15

Рәхим итегеҙ: алма бәлеше

Уның еҫе үк һеҙҙе, гүйә, йәмле йәйгә, көҙгө муллыҡ мәленә алып ҡайтып кинәндерер. Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Уның еҫе үк һеҙҙе, гүйә, йәмле йәйгә, көҙгө муллыҡ мәленә алып ҡайтып кинәндерер. Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын!
Уны әҙерләү өсөн 300 грамм ҡаймаҡ, өс йомортҡа, 200 грамм шәкәр, 250 грамм он, ике ҙур алма, 100 грамм йөҙөм, 50 грамм аҡ май, бер сәй ҡалағы йомшартҡыс, бер аш ҡалағы ванил шәкәре, сохари кәрәк.
Башта йомортҡаны шәкәр менән болғатабыҙ. Ҡаймаҡ, иретелгән аҡ май, йомшартҡыс, ванил шәкәре ҡушып тағы ла туғыйбыҙ.
Артабан алманы йыуып, таҙартып, дүрт өлөшкә киҫеп, уртаһын алып турайбыҙ. Йөҙөмдө йыуып, ебетеп киптерәбеҙ.
Форманы көнбағыш майы менән майлап, сохари һибеп, ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ. Уға алманы, йөҙөмдө һалабыҙ. Шунан ҡамырҙың икенсе өлөшөн ҡойоп, 20 минутҡа 180 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуябыҙ.
Бәлеш өҫтөнә һибеү өсөн 20 грамм аҡ майҙы, өс-дүрт аш ҡалағы он, өс аш ҡалағы шәкәр ҡушып, ҡул менән ыуабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы бәлештең өҫтөнә һибәбеҙ ҙә тағы 20 минутҡа мейескә ҡуябыҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Фото: Bravopovar.ru
Читайте нас