Матур үтһен ялығыҙ
1 Февраля 2020, 09:50

Ҡоймаҡлы табындың ҡото бар

Киң таралған был ризыҡҡа төрөп ашау өсөн ниндәй эслектәр ҡулланаһығыҙ? Беҙҙең был йәһәттән тәҡдимдәребеҙ бар.

Ҡоймаҡ күп халыҡтарҙа киң таралған, яратып ашалған, табын йәме булған ризыҡ һанала. “Ҡоймаҡлы табындың ҡото бар” тигән беҙҙең халҡыбыҙ ҙа.
Уның әсеһе лә, сөсөһө лә, ҡалын итеп ҡойолғаны ла, йоҡа ғына үтә күренмәлеһе лә киң таралған.
Был ризыҡҡа бәйле ҡыҙыҡлы яҙмалар ҙа күп кенә. Мәҫәлән, рус тарихсылары тәүге ҡоймаҡтар 1005-1006 йылдарҙа барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Ә Бөйөк Британияла 1445 йылдан алып “Ҡоймаҡ уҙышы” үткәрелә.
Әлбиттә, һәр хужабикәнең ҡоймаҡ ҡойоу йәһәтенән үҙ рецебы, үҙе генә белгән серҙәре бар. Ә бөгөн һеҙҙең иғтибарға ҡоймаҡҡа төрөп ашау өсөн төрлө эслектәр тәҡдим итәбеҙ. Уларҙың иң таралғаны – шәкәр буталған эремсек (йөҙөм, күрәгә ҡушып ебәрергә лә мөмкин), иҙелгән картуф, тары, майһыҙ фарш, шулай уҡ төрлө ҡайнатмалар, емеш-еләк. Ә бына түбәндәге ҡатнашмаларҙы ҡоймаҡ эслеге тип ҡулланһағыҙ, бөтөнләй ят, үҙенсәлекле тәмдәге ризыҡтар килеп сығыр:
* тауыҡ ите, сыр, бәшмәк, йәшел тәмләткестәр;
* ҡырғыс аша үткәрелгән бешкән бауыр, йомортҡа, һуған, йәшле тәмләткестәр;
* ыуылдырыҡ, эремсек, ҡаймаҡ, йәшел тәмләткестәр;
* ҡабаҡ, брынза, зәйтүн майы, йәшел тәмләткестәр;
* балыҡ, маскарпоне сыры, гәрсис, йәшел тәмләткестәр.
Ашығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын, ял көндәрегеҙ файҙалы үтһен!
Фото: udachnye-sovety.ru
Читайте нас