Матур үтһен ялығыҙ
1 Февраля 2020, 05:55

Табынға - тәмле ҡабымлыҡ

Иртәнге ашҡа еңел һәм тиҙ әҙерләнгән ҡабымлыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табынығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!

Иртәнге ашҡа еңел һәм тиҙ әҙерләнгән ҡабымлыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табынығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!
Был ризыҡты әҙерләү өсөн өс киҫәк икмәк, бер йомортҡа, ике аш ҡалағы һөт, ярты помидор, өс аш ҡалағы ҡырылған сыр, әнис, тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк. Тәҡдим ителгән ингредиенттар бер порциялыҡ.
Башта йомортҡаны һөт менән болғайбыҙ, әнис һибәбеҙ, тоҙлап, борослап һәйбәтләп туғыйбыҙ. Икмәкте киҫәбеҙ. Телемдәрҙе йомортҡа ҡатнашмаһына һалабыҙ. Һәйбәтләп һеңгәнсе, үҫемлек майы ҡойолған табаны утҡа йылытырға ҡуябыҙ.
Телемдәрҙе ике яҡлап табала ҡыҙҙырабыҙ. Әҙер ризыҡҡа нәҙек кенә ҡырҡылған помидор киҫәген тоҙлап, борослап һалабыҙ. Унан ҡырылған сыр һибеп, әҙер булғансы, өҫтө ҡыҙарғансы, сыр ирегәнсе грилгә ҡуйып алабыҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Фото: Twitter.com
Читайте нас