Матур үтһен ялығыҙ
2 Февраля 2020, 18:10

Ниндәй төҫ һеҙҙеке?

Кейемдең төҫө ҙур әһәмиәткә эйә. Уны белеп һайлайыҡ, матурлыҡҡа ынтылайыҡ!

Психологтар билдәләүенсә, кейемдең төҫө лә ҙур әһәмиәткә эйә. Теләйбеҙме-юҡмы, эргә-тирәләгеләрҙең беҙгә ҡарата мөнәсәбәте ошо факторға ла бәйләнгән.
Төҫ хис-тойғоға, кәйефкә тәьҫир итә. Белгестәр айырыуса ҡара кейемдәрҙе өнәп етмәй: депрессияға, күңел төшөнкөлөгөнә алып килеүе мөмкин, тигән фекерҙә улар.
Уның ҡарауы, рәхәтләнеп аҡтан кейенергә мөмкин: был төҫ таҙалыҡ, бөхтәлек, нәфислек билдәһе. Ә бына ҡыҙыл кейемле ҡатын-ҡыҙға ир-аттан тәҡдимдәр, маҡтау һүҙҙәре яуа башлаһа, бер ҙә аптырамағыҙ.
Һары - ижад һәм көтөү төҫө. Шулай ҙа ир-атты бындай төҫтәге кейем менән ҡурҡытыуҙан һаҡланығыҙ. Йәшел - хакимлыҡ яратҡан, башҡаларҙан өҫтөн булырға теләгәндәр өсөн. Бындай кейем кешенең ғорур холҡон, үҙһүҙлелеген, етеш тормошта йәшәгәнен күрһәтә. Иң яҡшыһы - асыҡ һары йәки ҡыҙғылт һары төҫтәгеләр. Ни өсөн тигәндә, улар көс-ҡеүәткә, шатланып йәшәүгә ишара. Етди мөнәсәбәттәргә мохтаж һәм быны белдерергә теләгән гүзәл зат зәңгәр төҫтө үҙ итә. Был уның бәхетле ғаилә ҡороуға һәләтле булыуын күрһәтә, ир-ат иһә ошоно һиҙә.
Төҫ һоро, ҡараңғы, ҡуйыраҡ булған һайын эс бошорғос тәьҫир итә, депрессияға этәрә. Бындай төҫтәге кейемде берәй асыҡ төҫтәге әйбер (мәҫәлән шарф, ҡайыш, манжет, брошка) менән биҙәп ебәрергә мөмкин.
Шулай ҙа һәр кем үҙе яратҡан, кәүҙәһенә тап килгән килешле әйбер кейһә, төҫтәр тағы ла сағыуыраҡ балҡыр, һеҙҙе бәхетлерәк итеп күрһәтер. Матурлыҡҡа ынтылайыҡ!
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас