Төшкө табынға тәмле лә, үҙенсәлекле лә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, ял көнөгөҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Был ашты әҙерләү өсөн ике литр тауыҡ һурпаһы, өс-дүрт картуф, бер һуған, бер кишер, ярты сәй ҡалағы тоҙ, ике тырнаҡ һарымһаҡ, бер бәйләм әнис, ҡара борос кәрәк. Ә рулетҡа - бер йомортҡа, 100 грамм он, 100 грамм йомшаҡ сыр, тоҙ.
Башта рулет әҙерләйбеҙ. Тәүҙә йомортҡаны тоҙ менән туғыйбыҙ. Он ҡушып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Шунан йоҡа итеп йәймә йәйәбеҙ. Өҫтөнә ҡырылған сыр һибеп сығабыҙ. Рулетты тығыҙ итеп төрәбеҙ ҙә ситтәрен йәбештерәбеҙ. Киҫәктәргә бүләбеҙ.
Артабан аш бешерергә тотонабыҙ. Һурпаны ҡайнатып, киҫелгән һуған, ҡырғыстан үткәрелгән кишер, картуф ҡушабыҙ. Һурпала йәшелсәләр бешеп сыҡҡас, киҫелгән рулеттарҙы ҡушып ебәрәбеҙ ҙә 5-10 минут тирәһе бешерәбеҙ. Аҙаҡтан ҡара борос, әнис, ваҡланған һарымһаҡ ҡушабыҙ.
Ризыҡ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!