Тәүҙә ҡамырға баш эшләйбеҙ. Уның өсөн ике аш ҡалағы он, бер ҡап сөпрә, ярты сәй ҡалағы шәкәр, 50 грамм йылы һыуҙы яҡшы итеп болғап, йылы урынға ҡабартырға ҡуябыҙ. Артабан ике стакан ярым он, 250 грамм маргарин, бер стакан шәкәр ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙы дүртмөйөш формаһында йәйәбеҙ ҙә яртыһына шәкәр һибәбеҙ. Уны уртаға бөкләйбеҙ ҙә тағы йәйәбеҙ. Шунан йәнә шәкәр һибеп ҡатлайбыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатлы ҡамырҙы квадрат формаһында ҡырҡып сығабыҙ. Һәр бер өлөшөн шәкәргә манып алабыҙ. Мейесте 200 градусҡа тиклем йылытып, 20 минут тирәһе бешерәбеҙ.