Балыҡ бар икән, табын һәр саҡ мул, бәрәкәтле. Кискә унан еңел генә әҙерләнгән салат эшләргә тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Был ризыҡты әҙерләү өсөн 300 миллилитр һыу, 200 грамм консерваланған көмрө балыҡ, 100 грамм дөгө ярмаһы, ике помидор, ике йомортҡа, бер бәйләм салат япрағы, бер аш ҡалағы майонез, тоҙ кәрәк.
Тәүҙә дөгө ярмаһын йыуып, һыу һалып, 15 минут тирәһе бешерәбеҙ. Әҙер булғас, тишек сүмескә һалып сайҡатабыҙ. Консерваланған балыҡты һөйәгенән таҙартып, бәләкәй киҫәктәргә бүлгеләйбеҙ. Дөгө менән бергә ҡушабыҙ.
Артабан йомортҡаларҙы бешереп турайбыҙ. Помидорҙарҙы ла шаҡмаҡлап киҫәбеҙ ҙә балыҡҡа ҡушабыҙ. Ҡырҡылған салат япрағы өҫтәйбеҙ. Тоҙ, майонез һалып, бөтәһен бергә болғатабыҙ.
Ризыҡ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!