Матур үтһен ялығыҙ
7 Февраля 2020, 10:10

ЙОНДОҘНАМӘ (10 – 16 февраль)

ҠУҘЫ

Ҡәҙимге аҙна көтөлә. Төп иғтибарҙы аҡса мәсьәләһе яулар, моғайын. Мөһим киле­шеү­ҙәр төҙөргә тура килер. Мөхәб­бәт өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр күҙаллана.


БУҒА

Вазифала үрләү мөмкин­леге тыуыр. Уңышҡа өлгә­шеү өсөн тәжрибә туплай то­роғоҙ. Яңы проект тәҡдим итһә­ләр, оҫта белгес менән кәңәшләшеү зыян итмәҫ.


ИГЕҘӘКТӘР

Аҙна башында бер аҙ ял­ҡау­ланып алырһығыҙ, моға­йын. Шулай ҙа әҙер булығыҙ: етәкселек ылыҡтырғыс тәҡдим яһамаҡсы. Уй-ниәттәрегеҙҙе ышаныслы кешеләргә генә һөйләгеҙ.


ҠЫҪАЛА

Аҙна сағыу ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Һөнәрен алмаштырырға теләгәндәргә уңыш юлдаш булыр, тик һәр мәғлүмәтте ентекле тикшерергә кәңәш ителә.


АРЫҪЛАН

Йондоҙҙар һәр башланғы­сы­ғыҙға булышлыҡ итер. Күберәк аралашырға, һәр яңы­лыҡтан үҙегеҙгә файҙа алырға тыры­шығыҙ. Ҡулығыҙға мул ғына аҡса төшөр.


ҠЫҘ

Хәүефле ғәмәлдәрҙән һаҡ­ланығыҙ. Матди хәлегеҙ ярайһы уҡ яҡшырыр, әммә аҡсағыҙҙы бушҡа сарыфламағыҙ, берәй өҫтәмә килем сығанағына йүнәлтегеҙ.


ҮЛСӘҮ

Аҙна бик әүҙем булмаҡсы. Өҫтәмә аҡса эшләргә тәҡдим итерҙәр. Шул уҡ ваҡытта ял тураһында ла онотмаһағыҙ ине. Дуҫтарығыҙ ҙа һеҙҙе күптән юҡһына кеүек.


САЯН

Эшкә һәләтегеҙҙе барыһы ла белә, һаҡ булығыҙ: ҡайһы берәүҙәр үҙ бурыстарын һеҙгә йөкмәтергә тырышыр. Мө­хәббәт өлкәһендә үҙгәрештәр көтөлә, кемдер һеҙгә һөйөүен белдерер.


УҠСЫ

Был аҙнала эш урынында ыңғай ваҡиғалар көтөгөҙ. Етәкселектән эш хаҡын артты­рыуҙы һорай алаһығыҙ. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәт­тәрҙең киҫкенләшеүе бар, сабыр булығыҙ.


ЫЛАҠ

Тырышлығығыҙ һөҙөмтә­һендә матди хәлегеҙ тотороҡ­ланыр. Тик бурысығыҙ булһа, шуны түләү сараһын күрегеҙ. Һеҙ күп эшләнегеҙ, бер аҙ ялға ла ваҡыт бүлегеҙ.


ҺЫУҒОЯР

Был аҙнала төп иғтибарҙы ғаилә ҡиммәттәренә йүнәл­тер­һегеҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында ҡыҙыҡлы кеше менән тормошоғоҙға яңы һулыш бирер осрашыу көтөлә.


БАЛЫҠ

Ниндәйҙер мөһим ниәтте кисектерә килһәгеҙ, әле уны тормошҡа ашырырға ваҡыт. Яңы танышлыҡтар файҙаға булыр. Аҡса мәсьәләһенә килгәндә, бурысҡа алмаҫҡа кәңәш ителә.
Читайте нас