Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған йырсы Рәмил Туйсин күп һанлы тыңлаусылары иғтибарына өр-яңы йырын тәҡдим итте.
“Уйланыу” тип атала ул. Йырҙың һүҙҙәрен Сәфинә Ҡусҡарова, ә көйөн Рәмил үҙе ижад иткән.
“Был йырҙы эшләп сығарыу бик оҙаҡҡа һуҙылып китте, ярты йыл самаһы... Шиғырҙы уҡығас та, күңелдә көйө урғылды, тик аранжировка йәһәтенән аҙағына еткерергә насип булманы. Талантлы музыкант Айтуған Акилов эшләгәйне аранжировкаһын, тик... ҡыҙғаныс, мәрхүм булып ҡалды... Ошо йыр нәҡ үҙе тураһында булыр тип кем уйлаған... Шәп егет, көслө музыкант Айтуған ҡустының ошо һуңғы ижад емешен уның яҡты иҫтәлегенә арнайым. Йырҙы эшләп бөтөрөүгә көс һалған скрипкасы Юлиәгә, музыкант, аранжировкалаусы, тауыш яҙыусы Радик Далхинға ҙур рәхмәт!” – ти Рәмил.
“Уйланыу” йыры был донъяның фанилығы, йәшәү ҡәҙере кеүек мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында.
“Йәшәйексе ҡәҙерҙәрен белеп,
Хәл белешеп, йышыраҡ күрешәйек,
Иртәгә бит һуң булыуы бар...”, – тип өндәшә авторҙар.
Фото: Р. Туйсиндың сәхифәһенән.