Матур үтһен ялығыҙ
8 Февраля 2020, 09:40

Һыйыр итенән мул һый

Ял көнөнөң мул табынына йәнә бер ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, кәйефегеҙ шәп булһын, дуҫтар!

Ял көнөнөң мул табынына йәнә бер ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, кәйефегеҙ шәп булһын, дуҫтар!
Был ризыҡты әҙерләү өсөн 700 грамм һыйыр ите, 70 грамм аҡ май, ике һуған, ике тырнаҡ һарымһаҡ, 250 миллилитр һыу, тоҙ, бер аш ҡалағы һеркә, 1,5 сәй ҡалағы шәкәр, ҡара борос кәрәк.
Тәүҙә һыйыр итен турайбыҙ. Табаға йәки ҡаҙанға һалабыҙ. Өҫтөнә һуған турайбыҙ. Ҡайнап һыуыған һыу өҫтәйбеҙ. Бутамайынса ҡапҡасын ябабыҙ ҙа утты ныҡ итеп асабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, кәметәбеҙ. Талғын ғына утта бер сәғәт бутамайынса, ҡапҡасын ябып бешерәбеҙ.
Бер сәғәт үткәс, иткә тоҙ, борос, шәкәр, һеркә өҫтәйбеҙ. Һарымһаҡты ваҡлап һалып ебәрәбеҙ. Шунан ғына болғап, ун минут тирәһе бешерәбеҙ.
Итте үҙегеҙ теләгән гарнир менән бирергә мөмкин. Йәшел һуған, әнис һибергә була.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Kastrulkam.net
Читайте нас