Матур үтһен ялығыҙ
19 Февраля 2020, 15:25

Рәхим итегеҙ: ҡатлы салат

Ул өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәп, кәйефегеҙҙе тағы ла күтәреп ебәрер. Ашығыҙ тәмле булһын!

Ул өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәп, кәйефегеҙҙе тағы ла күтәреп ебәрер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Был ризыҡты әҙерләү өсөн ыҫланған тауыҡ ите, картуф, йәшел ҡыяр, корейса кишер, башлы һуған, һеркә, майонез кәрәк.
Тәүҙә картуфты һалам формаһында нәҙек итеп турап көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ һәм тоҙлап ҡағыҙға һалып ҡуябыҙ - һыуып, майы аҡһын өсөн. Фри картуфы килеп сыға.
Шунан тауыҡтың тышын алып ваҡлайбыҙ. Һуғанды ярым түңәрәк итеп турайбыҙ ҙа 20 минутҡа маринадларға һалабыҙ. Маринад өсөн бер стакан һыу, бер аш ҡалағы һеркә, ҡара борос кәрәк.
Ҡыярҙы ҡырғыс аша үткәрергә йәки ваҡ ҡына итеп турарға мөмкин.
Артабан салатты ҡатлап һала башлайбыҙ. Беренсеһенә - тауыҡ итен, икенсеһенә - һуған, өсөнсөһөнә - кишер, дүртенсеһенә - фри картуфы, бишенсеһенә - ҡыяр. Һәр ҡатҡа майонез һылайбыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Mircooking.ru
Читайте нас