Матур үтһен ялығыҙ
21 Февраля 2020, 13:02

ЙОНДОҘНАМӘ (24 февраль – 1 март)

ҠУҘЫ

Фекерегеҙҙе ныҡлы яҡла­һағыҙ, оторһоғоҙ. Эш урынында файҙалы килешеүҙәр көтөлә. Етәкселек аҡса, хеҙмәт ха­ҡы буйынса мөрәжәғәтегеҙҙе кире ҡаҡмаҫ.


БУҒА

Юғарыраҡ вазифа тәҡдим итерҙәр, моғайын. Киләсә­гегеҙҙе хәстәрләһәгеҙ, баш тарт­маҫҡа кәңәш ителә, киң мөмкинлектәр асылыр. Аҙна финанс йәһәтенән уңыш­лы булмаҡсы.


ИГЕҘӘКТӘР

Сағыу, ҡыҙыҡлы аҙна кө­төлә. Матди хәлегеҙ яҡшы­рыр, ҙур ғына әйбер һатып алып ҡы­уанырһығыҙ. Аҙна уртаһында дәрәжәле кеше менән осрашырһығыҙ, моғайын.


ҠЫҪАЛА

Был осорҙа ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр яуып торор. Эш буйынса сәфәргә сығырға ла тура килер. Тырышлығығыҙ тейешенсә баһаланыр, файҙалы бәйләнештәр барлыҡҡа килер. Ял көндәрендә ҡунаҡ көтөгөҙ.


АРЫҪЛАН

Байтаҡ сетерекле мәсьә­ләләрҙе ыңғай хәл итерһегеҙ. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр көнләшеп, аяҡ салырға маташыр.


ҠЫҘ

Етди мәсьәләләрҙе уңыш­лы еңеп сығырһығыҙ. Яңы ижади һәләтегеҙ асылыр. Ғаиләләге мөнәсәбәттәр яйға һалыныр.


ҮЛСӘҮ

Һөнәри эшмәкәрлектә бер аҙ мәшәҡәт булмаҡсы, тик улар һеҙҙе әллә ни борсоуға һалмаҫ. Эске тойомлауығыҙ бермә-бер артыр, уға таянһағыҙ, ҙур уңышҡа өлгәшерһегеҙ.


САЯН

Сикләү, ҡағиҙәләрҙе үҙһен­мәһәгеҙ ҙә, был аҙнала уларҙы мотлаҡ үтәргә тура килер. Эштәге ығы-зығы күп ваҡыт талап итер. Эргәгеҙҙә күптән күҙ һалып йөрөгән кеше һеҙгә хистәрен белгертеүе ихтимал.


УҠСЫ

Был аҙнала һәр йәһәттән уйлап эш итегеҙ. Осор сәйәхәт итеү, эш командировкалары өсөн уңайлы. Матди хәлегеҙ яҡшырыр. Эш урынында ғишыҡ уйынынан алыҫ тороғоҙ.


ЫЛАҠ

Аралашҡанда, дуҫтар һай­лағанда һаҡ булығыҙ, һүҙе­геҙҙе уйлап һөйләгеҙ. Һөнәри эшмәкәрлек өлкәһендә яҡшы үҙгә­рештәр булмаҡсы, тик тәҡдимдәрегеҙҙе ваҡытында еткерә белегеҙ.


ҺЫУҒОЯР

Был аҙнала бер аҙ борсо­лорға тура килер: кемдер һеҙҙең турала имеш-мимеш таратыр. Шуға күрә серегеҙҙе берәүгә лә һөйләмәгеҙ, ҡаҙаныштарығыҙ менән маҡтанмағыҙ.


БАЛЫҠ

Ниәттәрегеҙҙе ҡыйыу тормошҡа ашырыуға тотон­һағыҙ ҙа була. Отошло тәҡ­димдәр, осрашыу, һөйләшеүҙәр, һөнәри эшмәкәрлектә абруйығыҙ артыр.
Читайте нас