Матур үтһен ялығыҙ
13 Марта 2020, 15:45

Киске ашҡа - тәмле ҡабымлыҡ

Бөгөнгө йома кисе хәйерле, киске аш табынығыҙ йәмле булһын! Һеҙҙең иғтибарға ябай ғына ризыҡ рецепты.

Был ҡабымлыҡты әҙерләү өсөн бер ҡап ҡатлы ҡамыр (ғәҙәттә, магазинда һатылған әҙерҙе алам), бер помидор, 100 грамм моцарелла сыры, йәшел тәмләткестәр, тоҙ кәрәк.
Ҡатлы ҡамырҙы йәймәйенсә формаға һалабыҙ. Ситтәрен киҫкеләйбеҙ, ләкин өҙөп сығармаҫҡа. Помидорҙы түңәрәк итеп, сырҙы киҫәкләп ҡырҡабыҙ. Шунан ҡамырға башта сыр, артабан помидор киҫәге һалабыҙ. Сама менән тоҙ һибәбеҙ ҙә мейестә 30-35 минут тирәһе бешерәбеҙ. Әҙер ризыҡҡа йәшел тәмләткестәр һибеп (мин әнис ҡулланырға яратам), өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: M.patee.ru
Читайте нас