Ҡул һәм күңел йылыһы һалып бешерелгән ризыҡ ял көндәребеҙҙе тағы ла йәмләп ебәрер. Һеҙгә тауыҡ итен түбәндәгесә әҙерләп ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.
Уның өсөн ике ҙур киҫәк тауыҡ ите, бер помидор, 80 грамм сыр, гәрсис, кунжут, киптерелгән йәшел тәмләткестәр алабыҙ.
Помидорҙы уртаға, сырҙы киҫәкләп ҡырҡабыҙ. Тауыҡ итен гармун формаһында киҫкеләп сығабыҙ. Тәмләткестәр менән гәрсисте бергә бутап, иткә һылайбыҙ.
Иттең киҫелгән урындарына сыр менән помидор ҡыҫтырабыҙ. Артабан уны формаға теҙәбеҙ. Эргә-тирәһен кәмә формаһында бөкләп, кунжут һәм кипкән әнис һибәбеҙ.
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 30 минут бешерәбеҙ. Ит һутына һеңеп бешә. Ашығыҙ тәмле булһын!