Был ризыҡ туҡлыҡлы ла, тәмле лә, өҫтәлдең йәме лә. Табындарығыҙ түңәрәк, ял көнөгөҙ мөбәрәк булһын, дуҫтар!
Салатты әҙерләү өсөн 400 грамм бешкән һыйыр ите, 400 грамм бешкән картуф, 400 грамм бешкән сөгөлдөр, 300 грамм корейса кишер, бер алма, 250 грамм майонез кәрәк.
Салат ҡатлам менән һалына. Беренсеһенә - ваҡлап туралған ит, икенсеһенә - ҡырылған алма, майонез, өсөнсөһөнә - ҡырылған картуф, майонез, дүртенсеһенә - ҡырылған сөгөлдөр, бишенсеһенә - корейса кишер һәм майонез. Үҙебеҙ теләгәнсә биҙәйбеҙ.