Матур үтһен ялығыҙ
31 Марта 2020, 15:20

Һарымһаҡ менән сырҙан

Ошондай рулеттар эшләп ҡарағанығыҙ бармы, дуҫтар? Һис шикһеҙ, оҡшар. Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын!

Ошондай рулеттар эшләп ҡарағанығыҙ бармы, дуҫтар? Һис шикһеҙ, оҡшар. Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын!
Әҙерләү өсөн 250 грамм ҡаты сыр, 300 грамм ветчина, өс йомортҡа, өс тырнаҡ һарымһаҡ, майонез, йәшел һуған, йәшел әнис кәрәк.
Тәүҙә йомортҡаны бешерәбеҙ. Ағын һарыһынан айырабыҙ. Йомортҡаның ағын, сырҙы - эре ҡырғыс, ә һарыһын ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Ветчинаны нәҙек кенә итеп теләбеҙ.
Артабан айырым һауытта ваҡланған сырҙы, әнисте, һарымһаҡ менән йомортҡаның ағын майонез һалып бутайбыҙ.
Теленгән ветчиналарға берәр ҡалаҡ ҡатнашма һалабыҙ ҙа, йомортҡаның һарыһын һибеп, төрөп, йәшел һуған менән бәйләйбеҙ.
Рулеттар әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Foodily.ru
Читайте нас