Матур үтһен ялығыҙ
4 Апреля 2020, 12:35

Изоляция яңы шөғөлдәргә юл аса

Популяр алып барыусы Наил Юнысов был осорҙа ниндәй шөғөлгә тотонған?

Популяр алып барыусы Наил Юнысов үҙаллы изоляция осоронда бик матур шөғөлгә тотонған. Ул көн һайын “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенә гитарала уйнап, яңы йыр яҙҙырылған видеояҙма ҡуя.
Был хаҡта үҙе бына нимә тип яҙа: “Шкафтар йыйыштырылды, үҫентеләр күсереп ултыртылды... Шул саҡ үҙемдең күптәнге дуҫым – гитарам иҫкә төштө. Йырлап йәшәгәндә генә тормош мәшәҡәттәре һиҙелмәй. Сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!”
Наил башҡарыуындағы “Өфө йүкәләре”, “Сайҡалалар кәмәләр”, “Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер” кеүек әллә нисәмә быуын яратып башҡарған, тыңлаған йырҙар уның виртуаль дуҫтары күңеленә бик хуш килгән. Быны күп һанлы комментарийҙар ҙа раҫлай. Дуҫтары хәҙер Наилгә үҙҙәренә оҡшаған йырға заказ да ҡалдыра башлаған. Мәҫәлән, бөгөн алып барыусы-йырсы “Темәс” төркөмөнөң “Йәшлегем” йырын башҡарып һөйөндөргән. Был шөғөлөн артабан да дауам итергә, дүшәмбенән дуҫтарын яңылыҡтар көтөүе хаҡында ла хәбәр иткән.
Әйткәндәй, Наилдең йырҙарын уның Инстаграмдағы сәхифәһендә лә тыңларға мөмкин.
Фото Наил Юнысовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас