Бөтөн ғаилә көн дә өйҙә саҡта уңған хужабикәләребеҙҙең аш-һыу әҙерләү йәһәтенән фантазияһына сиктәр юҡтыр. Ә ошондай әсе ҡоймаҡ бешергәнегеҙ бармы? Табындарығыҙ түңәрәк, ял көнөгөҙ мөбәрәк булһын, дуҫтар!
Был ризыҡты әҙерләү өсөн бер килограмм күсәнле кәбеҫтә, 150 грамм ҡаты сыр, биш йомортҡа, биш аш ҡалағы өйөп он, тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.
Тәүҙә кәбеҫтәне уртаса итеп турап, тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Әҙер булғас, һыуы ағып бөткәнсе тишек сүместә тотабыҙ. Артабан йомортҡаны һәйбәтләп туғып, он, тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Уға кәбеҫтә, ҡырылған сыр һалып бутайбыҙ.
Табала талғын ғына утта көнбағыш майын йылытып, өҫтәре ҡыҙарғансы ике яғын алмашлап әйләндереп, әҙер ҡатнашманы бешерәбеҙ.
Әҙер ризыҡты өҫтәлгә ҡаймаҡ йәки соус менән бирәбеҙ.