Матур үтһен ялығыҙ
7 Апреля 2020, 06:00

Эх, буҙаһы ла, буҙаһы!

"Был юлы минеке лә шәп килеп сыҡты әле ул. Һеҙгә лә рецебын тәҡдим итәм".

Өйҙә ултырыуҙың ыңғай яҡтарын табып, матур шөғөлдәргә тотонған кешеләр бихисап арабыҙҙа. Сибай ҡалаһынан Гөлсирә Нәбиуллина ла халҡыбыҙҙың милли ризығы буҙа эшләүгә тотонған. “Был шифалы эсемлек улдарыма ла бик килеште, хатта яратып эсәләр”, - ти Гөлсирә апай. Ул “Бәйләнештә”ге дуҫтарына үҙе эшләгән тәмле буҙаның рецебын да тәҡдим иткән.
“Буҙа – иң шифалы, туҡлыҡлы эсемлектәребеҙҙең береһе. Һоло ярмаһы бөтә булған витаминдарҙы үҙенә йыйған. Әбйәлилдәр буҙа эшләү буйынса иң оҫталары, һүҙ ҙә юҡ, учалылар, баймаҡ, сибайҙар ҙа ҡалышмай, Аллаға шөкөр! Һау булайыҡ, бар булайыҡ.
Был юлы минеке лә шәп килеп сыҡты әле ул. Яҙып ҡуяйым эшләнешен: ете литрлыҡ кәструл алып, һыҙығына тиклем һыу ҡойоп ҡайнатаһың. Ҡайнап сыҡҡас, бер килограмм һоло ярмаһы (геркулес) һалаһың. Төбөнә йәбешмәһен өсөн даими болғап торорға кәрәк. Талғын ғына утта ҡайнап сыҡҡас, әҙерәк быҡһын тип, һүндереп торҙом. Бер-ике сәғәттән һуң тағы ҡайнатып алдым, 180-200 грамм аҡ май һалдым. Май ҡушып ҡайнатһаң, ныҡ һәйбәт килеп сыға, һуңынан һыуы айырылмай, күпереп, ҡабарып ҡына тора. Икенсегә ҡайнатҡанда ла болғатып торорға кәрәк. 10-15 минут ҡайнатып алғас, һүндереп, өҫтөн ябып ҡуйҙым. Һыуына башлағас, йылы ғына мәлендә иләк аша һөҙөп алдым. Магазиндан алған буҙаны бер сынаяҡ ҡушып болғатып, әсетергә ҡуйҙым. Иртәнсәк күпереп кенә әсегән ине. Буҙағыҙ тәмле булһын!” – ти Гөлсирә Мөхөтдин ҡыҙы.
Фото: Г. Нәбиуллинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас