Матур үтһен ялығыҙ
17 Апрель 2020, 15:30

Киске ашҡа минтайҙан кәтлит

Минтайҙы төрлө кеше төрлөсә әҙерләй. Әммә ул майһыҙ балыҡ булғанлыҡтан, ғәҙәттә, ҡурылған ризыҡ ҡорораҡ килеп сыға. Ә бына кәтлит итһәң, телеңде йоторлоҡ тәмле ризыҡ килеп сыға!

Минтайҙы төрлө кеше төрлөсә әҙерләй. Әммә ул майһыҙ балыҡ булғанлыҡтан, ғәҙәттә, ҡурылған ризыҡ ҡорораҡ килеп сыға. Ә бына кәтлит итһәң, телеңде йоторлоҡ тәмле ризыҡ килеп сыға!
Уны әҙерләү өсөе: 800 грамм минтай балығының ите, бер йомортҡа, бер картуф, ике аш ҡалағы он, бер һуған, йәшел әнис, тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.
Әҙерләй башлайбыҙ. Тәүҙә минтай балығының итен һәйбәтләп йыуып киптерәбеҙ. Әгәр балыҡ туң булһа, уны иретеп киҫәктәргә бүләбеҙ. Таҙартылған картуфты, һуғанды, балыҡты ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Фаршты тоҙлап, борослайбыҙ. Әнисте ваҡ ҡына итеп турап фаршҡа ҡушабыҙ. Йомортҡа, он ҡушып һәйбәтләп баҫабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманан кәтлиттәр яһайбыҙ. Артабан табаны йылытып, үҫемлек майында кәтлиттәрҙең ике яғын алмаштырып, әҙер булғансы талғын ғына утта бешерәбеҙ. Ризыҡты өҫтәлгә теләгән гарнир менән бирергә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Povar.ru
Читайте нас