Картуфтан ниндәй генә ризыҡ әҙерләһәң дә, бик тәмле килеп сыға. Ә уны мейестә ошолай итеп бешереп ҡарағанығыҙ бармы? Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Әҙерләү өсөн алты картуф, тәмләткестәр, йәшел әнис, дүрт аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк.
Тәүҙә һауытта үҫемлек майын, тоҙ, борос, тәмләткестәрҙе бергә бутайбыҙ. Шунан картуфты әрсеп, киңлеге ике миллиметр итеп гармун формаһында киҫеп сығабыҙ. Әҙер ҡатнашманы өҫтөнә ҡоябыҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, фольга түшәйбеҙ ҙә, картуфты ярты сәғәткә бешерергә ҡуябыҙ. Өҫтәлгә ҡуйғанда йәшеллектәр менән биҙәйбеҙ.