Матур үтһен ялығыҙ
27 Апреля 2020, 15:25

Емеш-еләк салаты

Еңел генә әҙерләнгән һәм ғәжәп файҙалы салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!

Еңел генә әҙерләнгән һәм ғәжәп файҙалы салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!
Уны әҙерләү өсөн дүрт аш ҡалағы һоло онтағы (хлопья), бер банан, ике мандарин, ике аш ҡалағы бал, дүрт аш ҡалағы һөт өҫтө, еләк-сәтләүектәр кәрәк.
Тәүҙә һоло онтағына ҡайнаған һыу ҡойоп 15 минутҡа ҡалдырабыҙ. Мандариндың, банандың тыштарын әрсеп, өлөштәргә бүләбеҙ. Әҙер емеш-еләктәрҙе салат һауытына һалып, бүрткән һоло онтағына бал, һөт өҫтө ҡушып, һәйбәтләп болғатабыҙ. Ваҡланған сәтләүек, үҙегеҙ теләгән еләктәр менән биҙәп өҫтәлгә ҡуйырға мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Gamoz.ru
Читайте нас