Был ризыҡты әҙерләү өсөн ярты килограмм сөгөлдөр, бер стакан ҡаймаҡ, бер кишер, сельдерей тамыры йәки петрушка, бер сәй ҡалағы аш һеркәһе, бер сәй ҡалағы шәкәр, бер аш ҡалағы он, ике аша ҡалағы үҫемлек майы кәрәк.
Тәүҙә таҙартылған, йыуылған сөгөлдөрҙө, кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Сельдерейҙы йәки петрушканы ваҡлап турайбыҙ. Ошо йәшелсәләрҙе кәстрүлгә һалып, май, аш һеркәһе, һыу ҡушып 45 минут тирәһе быҡтырабыҙ. Йәшелсә әҙер булғас, бер аш ҡалағы он ҡушабыҙ һәм ҡаймаҡ, тоҙ, шәкәр, лавр япрағы өҫтәп, тағы 10 минут тирәһе ҡайнатабыҙ.