Тауыҡ боттары һәм тоҙло кәбеҫтәнән ошондай тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, ял көнөгөҙ мөбәрәк булһын, дуҫтар!
Тауыҡ боттары (бер килограмм), 500 грамм тоҙло кәбеҫтә, ике аш ҡалағы майонез, бер аш ҡалағы томат пастаһы, бер аш ҡалаһы гәрсис, 75 миллилитр соя соусы алабыҙ.
Тәүҙә маринад әҙерләйбеҙ. Тәрән һауытҡа майонез, томат пастаһы, гәрсис һалабыҙ. Уға соя соусын өҫтәп, һәйбәтләп бутайбыҙ.
Шунан тауыҡ боттарын йыуып киптерәбеҙ ҙә, әҙер маринадты ҡойоп, кәрәк булһа, тоҙлап, бер сәғәткә ситкә ҡуйып торабыҙ. Тәмләткестәрҙе үҙегеҙ теләгәнсә һалырға мөмкин.
Артабан кәбеҫтәне еңелсә генә бешерәбеҙ. Һыуын түгеп, талғын утта көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Шунан ошо кәбеҫтәне формаға йәйеп, өҫтөнә тауыҡ боттарын теҙәбеҙ. Форманы фольга менән ҡаплап, 40 минутҡа духовкаға ҡуябыҙ. Әҙ генә һыу йәки һурпа өҫтәргә мөмкин.
Ҡырҡ минуттан һуң ҡалған соусты тауыҡ боттарына һөртәбеҙ ҙә, фольгаһын алып, тағы ла өҫтәре ҡыҙарғансы мейестә тотабыҙ.