Көршәктә скумбрия

Уны әҙерләү өсөн бер скумбрия, бер стакан бешерелгән дөгө ярмаһы, бер кишер, бер баш һуған, бер сәй ҡалағы кетчуп, 50 грамм сыр кәрәк.

Был ризыҡты әҙерләү өсөн бер скумбрия, бер стакан бешерелгән дөгө ярмаһы, бер кишер, бер баш һуған, бер сәй ҡалағы кетчуп, 50 грамм сыр кәрәк.
Тәүҙә һуғанды үҫемлек майында ҡыҙҙырып, кетчуп, майонез ҡушып болғатабыҙ. Шунан балыҡты һөйәктәренән таҙартып киҫәктәргә бүләбеҙ. Уға тәмләткестәр һибеп табала ике яғында ҡыҙҙырабыҙ.
Артабан көршәккә ҡатлап һалабыҙ. Башта дөгө, шунан йәшелсәләр, балыҡ, иң өҫкә ҡырғыстан үткәрелгән сыр.
Йылытылған мейестә (170 градуста) 10 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Travel-dom.ru
Читайте нас