Ҡабаҡ менән сырҙан ҡоймаҡ

Ошондай ҡоймаҡ ашағанығыҙ бармы, дуҫтар? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын!

Ошондай ҡоймаҡ ашағанығыҙ бармы, дуҫтар? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын!
Әҙерләү өсөн бер ҡабаҡ, бер стакан һөт, өс-дүрт ҡалаҡ он, тоҙ, 70 грамм ҡаты сыр, бер тырнаҡ һарымһаҡ, ике аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк.
Йәш ҡабаҡты тышы менән алырға мөмкин. Әгәр ҙә иҫке ҡабаҡ булһа, тышын әрсеп, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Сырҙы ҡырып ҡабаҡҡа өҫтәйбеҙ. Тоҙ, борос, ваҡланған һарымһаҡ, он, үҫемлек майы, иң аҙаҡтан һөт ҡушып туғыйбыҙ. Ҡоймаҡ өсөн ҡамыр әҙер.
Шунан табаны йылытып, әҙ генә үҫемлек майы һалып, ҡоймаҡ ҡоя башлайбыҙ. Әҙер булғас, соус менән өҫтәлгә бирергә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Povar.ru
Читайте нас