Туҡлыҡлы, тәмле, һәр табындың йәме булырлыҡ аҙыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, эштәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!
Тауыҡ ҡанаттары (800 грамм), ярты килограмм картуф алабыҙ.
Маринад өсөн бер аш ҡалағы майонез, 0,5 сәй ҡалағы гәрсис, бер аш ҡалағы соя соусы, тоҙ, борос, һарымһаҡ, тәмләткестәр кәрәк.
Тәүҙә маринад эшләп, тауыҡ ҡанаттарын өс сәғәткә һалып ҡуябыҙ. Шунан мейесте 220 градусҡа тиклем йылытып, майланған формаға картуф менән маринадланған тауыҡ ҡанаттарын 40 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтәлгә йәшеллек, йәшелсәләр менән өҫтәлгә ҡуйырға мөмкин.