Ҡамыр ризыҡтары әҙерләнгән йорттан ҡот, ырыҫ китмәҫ. Ошондай бәлеш рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Ҡамыр өсөн 2,5 стакан он, 6-8 аш ҡалағы һыуыҡ һыу, 220 грамм аҡ май, бер сәй ҡалағы шәкәр, тоҙ алына.
Эслеккә - 12 армыт, карамель соусы, 110 грамм аҡ май, ¼ стакан һыу, ½ сәй ҡалағы дәрсен, йомортҡа кәрәк.
Майҙы һыуытҡыста тотабыҙ. Ондо, шәкәрҙе, тоҙҙо бергә болғайбыҙ, май өҫтәп, миксер менән туғыйбыҙ. Һыуыҡ һыу һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Полиэтилен моҡсайға төрөп, ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Шунан армытты йыуып, уртаһын алып, ваҡлап киҫәбеҙ. Артабан карамель соусы эшләйбеҙ. Уның өсөн кәстрүлдә аҡ майҙы иретәбеҙ. Он, һыу, шәкәр, дәрсен ҡушып, бергә болғатып, бер-ике минутҡа ҡайнатырға ҡуябыҙ.
Мейесте 220 градусҡа тиклем йылытырға ҡуябыҙ. Һыуытҡыстан ҡамырҙы алып, икегә бүлеп, йәймә йәйәбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөнә туғылған йомортҡа һылайбыҙ. Армытты һалабыҙ ҙа, карамель соусын ҡойоп, өҫтөн икенсе йәймә менән ябып, йәбештереп, 45 минутҡа мейескә ҡуябыҙ.