Тәмле, туҡлыҡлы, өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәр салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, йома кисегеҙ мөбәрәк булһын, дуҫтар!
"Наҙлыҡай" тип аталған салатты әҙерләү өсөн 300 грамм тауыҡ ите, 150 грамм йәшел ҡыяр, 150 грамм консерваланған йәшел борсаҡ, 150 грамм ҡаймаҡ, бер бәйләм әнис, тоҙ алабыҙ.
Тауыҡ итен бешереп, һыуытып турайбыҙ. Йәшел ҡыярҙы, әнисте ваҡлап киҫәбеҙ. Тоҙ, борос, ҡаймаҡ өҫтәп, салатты өҫтәлгә ҡуябыҙ.