Рәхим итегеҙ: сырлы салат

Еңел генә әҙерләнгән салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, байрам көнөгөҙ мөбәрәк булһын, дуҫтар!

Еңел генә әҙерләнгән салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, байрам көнөгөҙ мөбәрәк булһын, дуҫтар!
Ике йомортҡа, ике йәшел ҡыяр, 250 грамм краб таяҡсалары, 250 грамм сулугуни сыры, 150 грамм майонез алабыҙ.
Башта ике йомортҡаны туғып, майҙа ҡыҙҙырабыҙ ҙа һалам формаһында киҫәбеҙ. Йәшел ҡыярҙы, краб таяҡсаларын, сырҙы турап, майонез ҡушып, һәйбәтләп болғатабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Pinterest.ch
Читайте нас