Бының өсөн беҙгә 200 грамм томалап ҡайнатылған һөт (топленое молоко), 150-200 грамм шәкәр, ике аш ҡалағы бал (һалмаҫҡа ла мөмкин), 30 грамм аҡ май, бер ҡап ванилин кәрәк. Бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып, талғын ғына утта болғай-болғай ярты сәғәт ҡайнатырға. Әҙер масса ҡуйы, һорғолт төҫтә булырға тейеш. Бер аҙ һыуынғас, формаларға ҡойоп, ярты сәғәткә туңдырғысҡа ҡуйып алырға, бының өсөн боҙ туңдырыуға тәғәйенләнгән формалар бик ҡулай буласаҡ.