Кишер менән йөҙөмдән

Үҙенсәлекле печенье рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ял көндәрегеҙ матур үтһен, дуҫтар!

Үҙенсәлекле печенье рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ял көндәрегеҙ матур үтһен, дуҫтар!
250 грамм кишер, ике-өс стакан он, 10 грамм йомшартҡыс, ¾ стакан шәкәр, 100 миллилитр үҫемлек майы, ¼ сәй ҡалағы тоҙ, йөҙөм алабыҙ.
Тәүҙә йөҙөмдө 10 минут тирәһе ҡайнаған һыуға һалабыҙ. Кишерҙе ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, уға шәкәр, үҫемлек майы өҫтәйбеҙ.
Шунан йыуылған йөҙөмдө, тоҙ, йомшартҡыс, он өҫтәп, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡулға йәбешергә тейеш түгел. Артабан уны 20 өлөшкә бүләбеҙ. Һәр бер киҫәкте түңәрәк итеп йомарлап, пергамент ҡағыҙы йәйелгән формаға теҙәбеҙ. Мейесте 200 градусҡа тиклем йылытып, 20 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ризыҡ әҙер. Шәкәр пудраһы һибеп, табынға ҡуйырға мөмкин.
Фото: Vpuzo.com
Читайте нас