Кискә ниҙәр әҙерләнегеҙ, дуҫтар? Һеҙгә ошондай үҙенсәлекле ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын!
Үҙебеҙгә кәрәкле иҫәптә кәбеҫтә япрағы (беҙ ун итеп алабыҙ), ике кишер, ике тырнаҡ һарымһаҡ, бер стакан ҡайнаған һыу, ике аш ҡалағы һеркә, бер аш ҡалағы шәкәр, бер сәй ҡалағы тоҙ, үҫемлек майы, ярты сәй ҡалағы кориандр кәрәк.
Тәүҙә кәбеҫтә япраҡтарын әҙер булғансы бешерәбеҙ. Шунан ҡырылған кишерҙе үҫемлек майында ҡыҙҙырып, кәбеҫтә япраҡтарына төрәбеҙ.
Артабан маринад әҙерләйбеҙ. Һыуға, һеркә, тоҙ, борос, һарымһаҡ, үҫемлек майы, кориандр өҫтәп, бергә бутап, ризыҡты бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Икенсе көнөнә һалҡын ризыҡты өҫтәлгә бирергә мөмкин.