Матур үтһен ялығыҙ
28 Июня 2020, 10:15

Аҡ майға тәмләткестәр ҡушып...

Еңел генә әҙерләнә торған, һәр кемгә оҡшаясаҡ ҡатнашма рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын!

Еңел генә әҙерләнә торған, һәр кемгә оҡшаясаҡ ҡатнашма рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын!
100 грамм аҡ май, бер бәйләм әнис, бер тырнаҡ һарымһаҡ, алты тамсы лимон һуты, тоҙ алабыҙ.
Тәүҙә йәшеллекте йыуып, ваҡлап турайбыҙ. Һабағын ҡушмайбыҙ. Һарымһаҡты иҙәбеҙ. Майҙы бүлмә температураһында иретеп, әнис менән һарымһаҡты ҡушабыҙ ҙа тоҙ, лимон һуты өҫтәйбеҙ.
Әҙер ҡатнашманы аш пленкаһына һалып, колбаса формаһында әүәләп, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Фото: Tabor.ru.
Читайте нас