Матур үтһен ялығыҙ
24 Июль 2020, 18:30

Ҡара емештән кәнфит яһағанығыҙ бармы?

Уның өсөн 250 грамм ҡара емеш, 40 грамм грек сәтләүеге һәм тағы бер нисә ингредиент кәрәк.

Уның өсөн 250 грамм ҡара емеш, 40 грамм грек сәтләүеге, ике аш ҡалағы ҡара кунжут, 50 грамм шоколад кәрәк.
Тәүҙә ҡара емеште ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Шунан уға сәтләүек менән кунжутты ваҡлап ҡушабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы шарик формаһында әүәләп иретелгән шоколадҡа манып алабыҙ ҙа, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Файҙалы һәм тәмле кәнфит әҙер!
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Фото: Smak.ua
Читайте нас