Матур үтһен ялығыҙ
10 Сентябрь 2020, 15:30

Баклажандан рулет

Был ризыҡ, һис шикһеҙ, күптәргә оҡшар. Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, күңелегеҙ көр булһын!

Был ризыҡ, һис шикһеҙ, күптәргә оҡшар. Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, күңелегеҙ көр булһын!
Бер баклажан, 200 грамм эремсек, бер тырнаҡ һарымһаҡ, 50 грамм сыр, бер бәйләм петрушка, үҫемлек майы, тоҙ, борос кәрәк.
Тәүҙә баклажанды оҙонсалай киҫәбеҙ ҙә, тоҙ һибеп, ун минут ултыртып торабыҙ. Шунан һәр киҫәген майлап, ҡоро, эҫе табала ҡыҙҙырабыҙ. Артабан һарымһаҡты, петрушканы ваҡлап, эремсек һәм ҡырылған сырҙы тоҙлап, борослап бутайбыҙ. Ошо әҙер ҡатнашманы баклажан киҫәгенә урайбыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: avocadocook.ru.
Читайте нас