Матур үтһен ялығыҙ
18 Сентябрь 2020, 16:00

Пенсионерҙар йәшәй белә!

Сәйәхәт турҙарында республикала йәшәгән һәр пенсионер ҡатнаша ала, теләгегеҙ генә булһын! Барыһы ла бушлай.

Файҙалы ял итергә теләгән пенсионерҙар өсөн мөмкинлектәр арта. Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты хаҡлы ялдағылар өсөн түләүһеҙ турҙар ойоштора. Проект “Башҡортостан ғүмер оҙайлығы. Туризм” тип атала.
Проекттың программаһы бер-ике көнгә иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарында булырға, музейҙар, дини объекттар менән танышырға мөмкин.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, тәүге турҙар сентябрь башында ойошторолдо. Турист-пенсионерҙар “Торатау” геопаркында булды, Красноусолдағы минераль һыу сығанаҡтары менән танышты. Мәләүез районындағы Воскресенск картиналар галереяһы ла туристарҙа яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сәйәхәт турҙарында республикала йәшәгән һәр пенсионер ҡатнаша ала, теләгегеҙ генә булһын!
Фото: Туризм буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас