Табынға йәм өҫтәр ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Кисегеҙ йәмле, эштәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!
Бер стакан ҡаймаҡ, бер стакан шәкәр, ике-өс йомортҡа, бер стакан он, ¼ сәй ҡалағы йомшартҡыс, йөҙөм, сәтләүек кәрәк.
Тәүҙә йомортҡаға шәкәр һалып бутайбыҙ ҙа, ҡаймаҡ, сода, он өҫтәйбеҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманың яртыһын формаға ҡоябыҙ, туңған ҡарағат йәйеп һалабыҙ ҙа ҡалған ҡамырҙы өҫтәйбеҙ.
Шунан ярты сәғәткә мейескә ҡуябыҙ. Ризығыбыҙ әҙер.