Аҙна башында финанс хәлегеҙ яҡшырыр. Шаршамбы хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуыр. Шәмбе хәүефле эшкә тотонмаҫҡа кәңәш ителә.
Дүшәмбе алған тәҡдимдән баш тартмағыҙ. Аҙна уртаһында етәкселек менән етди һөйләшеү көтөлә. Шик-шөбһәгә юл ҡуймағыҙ, шулай ҙа яңы таныштарға серегеҙҙе асып бармағыҙ. Ял көндәрендә мөһим яңылыҡ ишетерһегеҙ.
Эшлекле тәҡдим булыр. Шулай ҙа әүәлге эш урынын ҡалдырып китергә ашыҡмағыҙ. Документ тултырғанда иғтибарлы булығыҙ. Әйбер һатып алыуҙы ла кисектереп тороу хәйерле.
Шәхси тормошоғоҙҙа сағыу ваҡиғалар көтөлә. Кесаҙнанан шәмбегә тиклем яуаплы эштәрҙе башҡарып ҡалырға тырышығыҙ. Ял көндәрендә матди хәлегеҙ яҡшырыр.
Дүшәмбе эштә бәхәсле хәлдәрҙе урап үтергә тырышығыҙ, етәкселек менән һүҙгә килешмәгеҙ. Аҙна аҙағына күптән онотолған мәшәҡәт ҡалҡып сығыр. Тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр көтөлә кеүек, абруйығыҙ артыр.
Бөтә мәсьәләләрҙе лә үҙаллы хәл итергә тырышмағыҙ, яҡындарығыҙҙың ярҙамына таянығыҙ. Шаршамбы аҙнаның иң уңышлы көнө булыр. Иғтибарҙы шәхси мөнәсәбәттәргә йүнәлтегеҙ.
Белемде камиллаштырыу һәм эште алмаштырыу өсөн ҡулай аҙна. Осор башында күңел асыуҙарҙан баш тартырға кәңәш ителә. Аҙна аҙағында ҡарар ҡабул иткәндә эске тойомлауға ҡолаҡ һалығыҙ.
Мөһим мәсьәләне уңышлы хәл итеүҙән ғорурлыҡ тойғоһо кисерерһегеҙ, матди хәлегеҙ ҙә яҡшырыр. Кесаҙнала күптән күрешмәгән кешене осратырһығыҙ, моғайын.
Аҙна тынғыһыҙ булмаҡсы. Шишәмбегә мөһим осрашыу, һөйләшеүҙәрҙе планлаштырмағыҙ. Аҙна уртаһында тыуған бәхәсле мәсьәләне лә киләһе осорға ҡалдырып тороғоҙ.
Шишәмбе алған мәғлүмәтте үҙ мәнфәғәтегеҙҙә файҙаланып ҡалығыҙ. Аҙна уратаһында көнсөлдәр ғәйбәт таратыр. Иғтибар итмәгеҙ. Кесаҙнала ваҡиғалар үҙәгендә булырһығыҙ.
Был аҙнала һәр ваҡ-төйәккә иғтибар итә башлаһағыҙ, уңыштан ҡолаҡ ҡағыуығыҙ бар. Һөҙөмтәле осрашыуҙар, аралашыуҙар көтә. Йома бер аҙ көсөргәнешле булыр.
Был аҙналағы ығы-зығыға иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ. Фекерҙәштәрегеҙ һәр йәһәттән ярҙам итер. Бер нисә эште бер юлы башламағыҙ, ваҡытында башҡара алмаҫһығыҙ.