Матур үтһен ялығыҙ
5 Октябрь 2020, 15:15

Тултырылған борос

Был ризыҡ ғәҙәти табынды байрамсаға әйләндереп ебәрер. Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Был ризыҡ ғәҙәти табынды байрамсаға әйләндереп ебәрер. Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Ярты стакан дөгө ярмаһы, ярты килограмм боролған ит, башлы һуған, өс помидор, 150 грамм сыр, өс аш ҡалағы ҡаймаҡ, тоҙ, ун болгар боросо кәрәк.
Тәүҙә фаршҡа бешерелгән дөгө ярмаһы, һуған ҡушып, тоҙлап, борослап, һәйбәтләп бутайбыҙ.
Шунан болгар боростарын уртаға бүләбеҙ. Эсендәге емештәрен алып, уларға әҙер ҡатнашманы тултырабыҙ. Ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Помидорҙарҙы түңәрәкләп киҫеп, фарштың өҫтөнә һалабыҙ, сыр һибәбеҙ.
Артабан мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, ризыҡты бешерергә ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: tixonya.ru
Читайте нас