Матур үтһен ялығыҙ
9 Октябрь 2020, 09:00

Байрам саф һауала үтәсәк

Бөгөн район үҙәгендәге Ғаилә паркында киске сәғәт 6-ла башланасаҡ байрам концертына килергә онотмағыҙ!

Саҡмағош районы халҡы Республика көнө һәм райондың 90 йыллығы айҡанлы сараларҙы саф һауала уҙғарасаҡ. Бөгөн район үҙәгендәге Ғаилә паркында киске сәғәт 6-ла башланасаҡ байрам концертына килергә онотмағыҙ!
10 октябрҙә Саҡмағош ауылының Мәҙәниәт йорто эргәһендә төрлө ойошмалар ҡатнашлығында ауыл хужалығы йәрминкәләре гөрләп уҙасаҡ. Бында ит ризыҡтары, иген, фураж, йәшелсә, бал, үҫентеләр, халыҡ кәсептәре тауарҙары һатыласаҡ. Унда ҡатнашҡан һәр кем шәхси гигиена талаптарын үтәргә тейеш.
11 октябрҙә ғаилә менән бергәләп ял итергә теләгәндәр өсөн ҙур байрам концерты ойошторола. ”Сәскә ат, республикам!” тип исемләнгән кисә йәшен-ҡартын үҙенә саҡыра. Саҡмағош ауылындағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Минең тыуған ерем, Саҡмағош!” тип аталған күргәҙмә эшләйәсәк.
Күтәренке кәйефтә, яҡшы тәьҫораттар менән үтһен байрам!
Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.
Читайте нас